Эстәлеккә күсергә

Тура дүртмөйөш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тура дүртмөйөш
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә графтар теорияһы
Двойственнен к ромб
Грань политопа ҡабырға[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
Лексема-субъект Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
 Тура дүртмөйөш Викимилектә
5-кә 4 тура дүртмөйөшө
5-кә 4 тура дүртмөйөшө

Тура дүртмөйөш — бөтә мөйөштәре лә тура (90 градусҡа тигеҙ) булған дүртмөйөш.

Евклид геометрияһында дүртмөйөш тура дүртмөйөш булһын өсөн. уның өс булһа ла мөйөшөнөң тура булыуы етә, ул саҡта дүртенсе мөйөшө лә, күпмөйөштөң мөйөштәре суммаһы тураһындағы теорема буйынса, шулай уҡ 90° тигеҙ була. Дүртмөйөштөң мөйөштәре суммаһы 360°-ҡа тигеҙ булмаған Евклидтыҡы булмаған геометрияла тура дүртмөйөштәр булмай.

  • Тура дүртмөйөш параллелограмм була — уның ҡапма-ҡаршы яҡтары пар-пар параллель.
  • Тура дүртмөйөштөң яҡтары уның бейеклектәре була.
  • Тура дүртмөйөштөң диагоналенең квадраты уның ике эргәләш яҡтарының квадраттары суммаһына тигеҙ (Пифагор теоремаһы буйынса).
  • Теләһә ниндәй тура дүртмөйөштө ҡамаусы әйләнә төҙөргә мөмкин, шуның менән бергә тура дүртмөйөштөң диагонале ҡамаусы әйләнәнең диаметрына тигеҙ (радиус ярым диагоналгә тигеҙ).

Майҙаны һәм яҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тура дүртмөйөштөң оҙонлоғо тип уның яҡтары парының оҙонорағының оҙонлоғо атала, ә киңлеге — яҡтары парының ҡыҫҡарағырағының оҙонлоғо атала.
  • Тура дүртмөйөштөң майҙаны уның оҙонлоғо менән киңлегенең ҡабатландығына тигеҙ.
  • Тура дүртмөйөштөң периметры уның оҙонлоғо менән киңлегенең икеләтелгән суммаһына тигеҙ.

Тура дүртмөйөштөң диагонале

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тура дүртмөйөштөң диагоналдәре тигеҙ.
  • Тура дүртмөйөштөң диагоналдәре киҫешеү нөктәһе менән урталай бүленәләр.
  • Тура дүртмөйөштөң диагонале оҙонлоғо Пифагор теоремаһы буйынса иҫәпләнә һәм уның оҙонлоғо менән киңлегенең квадраттары суммаһынан квадрат тамырына тигеҙ.

Параллелограмм тура дүртмөйөш була, әгәр түбәндәге шарттарҙың теләһә ҡайһыһы үтәлһә:

  • Әгәр параллелограмдың диагоналдәре тигеҙ булһа.
  • Әгәр параллелограмдың диагоналенең квадраты уның эргәләш яҡтарының квадраттарының суммаһына тигеҙ булһа.
  • Әгәр параллелограмдың мөйөштәре тигеҙ булһа.
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «прямоугольник» мәҡәләһе бар

Ҡалып:Многоугольники